Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында билдәле төркиәтсе-лингвист, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Талмас Ғариповҡа арналған хәтер сараһы үтте.
Юғары уҡыу йорто студенттары Талмас Ғарипов исемен йөрөткән аудиторияла белем аласаҡ. Билдәле төркиәтсе-лингвист исемен йөрөткән аудиторияны асыу тантанаһында ғалимдың улы, аспиранттары, коллегалары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты.
Талмас Ғариповтиың 95 йыллығына арналған «Ғарипов уҡыуҙары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһына Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, Бишкәк, Махачкала, Калиниград ҡалалары вәкилдәре саҡырылғайны. Республика Башлығы гранты ярҙамында тромошҡа ашырылған фекер алышыу Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар һәм дәүләт телдәрен һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.



