Танылған диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазиндың исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн Өфөлә билдәле диктор йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Республиканың арҙаҡлы улының исемен мәңгеләштереү сараһында коллегалары, дуҫтары, яҡташтары, Әхәт Мотаһар улын яҡын белгән замандаштары ҡатнашты.

Әхәт Мортазин 1996 -2018 йылдарҙа «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында хеҙмәт итә. Тап ошо йылдарҙа хөкүмәт, дәүләт, мәҙәни һәм спорт саралары тап уның ҡабатланмаҫ тауышы оҙатыуында үткәрелә. Үҙенсәлекле тауышы, радионың алтын фондында ҡалдырған яҙмалары бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ