Республикала 900 меңдән ашыу бала һәм үҫмер иҫәпләнә. Байрам уңайынан һәр ауыл һәм ҡалала күңел асыу саралары ойошторола. Өфөлә “АРТ-Ҡоролтай” форумы уҙа. Унда тематик майҙансыҡтар һәм ижади лабораториялар, белем биреү һәм мәҙәниәт ойошмалары күргәҙмәләре эшләй. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледж директоры урынбаҫары Әлфирә Үтәбаева һөйләй.
Сарала Башҡортостандың һәләтле һәм талантлы балалары, төрлө конкурстарҙа һәм ижади проекттарҙа еңеүселәр һәм лауреаттар, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм педагогтары ҡатнаша.
Форум барышында “Башҡортостан - Евразия йөрәге” ижади проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнә.







