Өфөнөң Совет майҙанында Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы һәм Алексей Сухаруков исемендәге артиллерия батареяһы, шулай уҡ “Башҡортостан” полкының идара итеү ротаһын оҙатыу сараһы үтте.
“Улар – доброволецтар. Ул һәм ҡыҙҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, - ти хәрбиҙәрҙең яҡындары.
“Бөтә республика халҡы исеменән “Башҡортостан” полкы сафына баҫҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең яугирҙәр алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәй. Уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк”, - тине сығышында Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтеләсәк.
Халыҡ фронты вәкилдәре Артиллерия батареяһына квадрокоптер тапшырҙы. Ҡоролма һауанан дошман позицияларын асыҡларға мөмкинлек бирә. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы менән бергә махсус автотранспорт та оҙатылды. Уның составында күсмә стоматология пункты ла бар.







