Хәрби бурысты теүәл үтәп, иҫән-имен, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» полкы яугирҙарына шулай тип мөрәжәғәт итте. Совет майҙанындағы генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен янынан күнекмә майҙанына бөгөн Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы, Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы һәм «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының идара итеү ротаһын оҙаттылар. БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Өфөнөң Совет майҙанында хәрби табиптар, артиллеристар, шулай уҡ «Башҡортостан» полкының идара итеү ротаһы тигеҙ сафҡа теҙелгән. Уларҙың үҙ теләге һәм намыҫ ҡушыуы буйынса алғы һыҙыҡҡа баҫа.
«Бөтә республика халҡы исеменән «Башҡортостан» полкы сафына баҫҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең яугирҙар алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәй. Уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк», - тине сығышында Радий Хәбиров.
Хәрби берләшмәләргә герой һәм илһөйәрҙәрҙең исеме бирелә. Әхмәт Дәүләтов - хирург. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының медицина-санитар эскадроны командиры. Шишмә районынан. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй, 20 йылға яҡын хирургия кафедраһын етәкләй. Медицина ротаһы яугирҙары, батыр яҡташыбыҙҙың исеменә тап төшөрмәҫкә һүҙ бирә.
Медицина ротаһында фельшерҙар ир-егеттәр булһа, шәфҡәт туташтары башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Улар ҙа үҙ теләге менән ватан һағына баҫҡан һәм яугир яҡташтарыбыҙға талап ителгән медицина ярҙамын күрһәтергә әҙер. Хәрби табиптар ротаһын Совет майҙанынан Әхмәт Дәүләтовтың ейәнсәре Лиә Кәримова ла оҙатып ҡалды.
Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы менән бергә автотехника ла оҙатылды. Уның составында күсмә стоматология пункты ла бар.
Артиллерия батареяһы Алексей Сухаруков исемен йөрөтә. Ул танктарға ҡаршы тупсылар полкының батарея командиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡ күрһәтә. Тыныс тормошта Эске эштәр министрлығында эшләй, төрлө ойошмаларҙа етәксе була. «Алексей Сухоруковтан өлөгө алып, Дошманға ҡаршы ҡыйыу көрәшербеҙ”, - тине бөгөн хәрби әҙерлек урынына юлланған ир-егеттәр. Батареяның «Туңғатар» ҡушаматлы яугиры, Донбасс еренә икенсегә юллана. Быға тиклем ул БАРС батальонында хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан.
Артиллерия батареяһына Халыҡ фронты вәкилдәре квадракоптер тапшырҙы. Ҡоролма һауанан дошман позицияларын асыҡларға мөмкинлек бирә.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарын Совет майҙанынан яҡындары һәм туғандары оҙатып ҡалды. Барыһына ла бер теләк. Иҫән-имен еңеү менән тулы составта әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр һәм ҡыҙҙар.
Рафиҡ Әхмәтшин




