Өфөнөң иң ҙур микрорайондарының береһендә участка полиция пункты асылды

Бина «Яркий» микрорайонының Архитектор Кәлимуллин урамында урынлашҡан. Ошонда уҡ Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге лә буласаҡ. Әүҙем төҙөлгән биҫтәлә әле 8 меңләп кеше йәшәй. Быға тиклем уларға 3 километр ярым алыҫлыҡта урынлашҡан Дим полиция бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә тура килгән. Участковыйҙың эш үҙенсәлектәре иһә унан эшләгән ерен һәм урында йәшәүселәрҙе яҡшы белеүҙе талап итә.

Яңы участка полицейскийҙарға һәр ваҡыт урында йәшәүселәргә яҡын һәм халыҡ араһында булыу мөмкинлеге бирә. Участковыйҙарҙың шулай уҡ граждандарҙы ҡабул итеү ваҡыты ла ҡаралған, һәр кем билдәле ваҡытта участкаға килеп үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән бүлешә аласаҡ.

Динар Мөхәмәтдинов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының участка полицияһы уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса хеҙмәт идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ