Байрамға оҫта гармунсылар һәм тальянсылар ансамблдәре килде. Конкурс туры мәҙәни-ял үҙәгендә һәм сәнғәт мәктәбендә үтте. Башҡортостандың дүрт ҡалаһынан, 21 районынан, Түбәнге Новгородтан, Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһынан, бөтәһе ике йөҙҙән ашыу кеше виртуозлыҡта көс һынашты. Иң йәш ҡатнашыусыға- 7, иң олоһона 95 йәш.
Конкурс шарттары буйынса, өҫтөнлөк милли көйҙәргә бирелде. Жюри ҡатнашыусыларҙы бер нисә номинация буйынса баһаланы: яңғыҙ сығыштар, ансамблдәр, 17 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәндәр, һәүәҫкәрҙәр һәм һөнәри белемле төркөмдәр.
Моң байрамы уҙған йылдарҙа гран-при яулаусылар, быйылғы еңеүселәр, шулай уҡ Башҡортостандың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында Гала-концерт менән тамамланды.



