Уҡыусылар саф һауала конкурстарҙа ҡатнашты, бәйгеләрҙә ярышты.
“Юлдаш” радиоһы балаларға ла күңел ҡыуанысы өләшергә онотмай. Йыл һайын байрам ойоштора. Йәйҙең тәүге көнөн улар өсөн иҫтәлекле итергә тырышабыҙ”, - ти алып барыусы Айбулат Сәсәнбаев.
“Юлдаш” радиоһы тыңлаусылар өсөн 12 июндә лә сара уҙғара. Иван Яҡутов паркында патриотик концерт була.








