Өсөнсөгә ойошторолған күләмле сара республиканың иң һәләтле балаларын «Торатау» Конгресс-холы майҙанына йыйҙы. Оҫталыҡ дәрестәре, күңел асыу саралары, эшлекле әңгәмәләр - малай-ҡыҙҙар өсөн бай программа әҙерләнгәйне. Форум барышын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
Ялтыр биҙәүестәр, тәңкәләр, ҡортбаштар - һаҡал элементтары матурлыҡ өсөн генә түгел. Уларҙың күҙ тейеүҙән һаҡлау көсөнә эйә булыуы тураһында ҡул оҫталары һөйләй. Балаларҙың күп өлөшө ҡул эшенә тәүгә тотонған, тәжрибәлеләр ҙә юҡ түгел.
Тегенеү, сигенеү, сәйлән үреү - балалар үҙҙәрен төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә һынап ҡарай алды. Яһап алған биҙәүес һәм бетеүҙәрҙе кескәйҙәр үҙҙәренә форум тураһында иҫтәлек итеп алып ҡала.
Берәүҙәр ҡул эше серҙәренә төшөнгәнсе, икенселәр музыка ҡоралдары менән таныша. Күҙ алдында эшләнгән ҡурай моңо балаларҙы бер майҙанға йыйҙы. Бәғзеләр сит ил музыка ҡоралдарын һыҙғыртып ҡарауҙан да тартынманы. Австралия аборигендары уйлап тапҡан музыка инстументы менән ҡумыҙ дуэтын тағы ҡайҙа ишетергә була?
Йыр, бейеү, һүрәт һәм кино төшөрөү, фотошоп серҙәре - майҙанда оҫталар үҙ белгәндәрен балалар менән ихлас уртаҡлашты. Ошонда уҡ «Ҡалдырма, әсәй!» тулы метражлы фильмға кастинг үтте. Кинокартина быйыл августа төшөрөлә башлай.
Балалар ижад ҡомарын һынағансы, өлкәндәр эшлекле әңгәмәләрҙә етди мәсьәләр тикшерә. Көн тәртибендә - сәнғәт уҡыу йорттарында аҙ мобилле балалар өсөн шарттар булдырыу. Баш ҡаланың сәнғәт мәктәптәренә адаптив уҡыу программаларын индереү талап ителә.
Балалар ҙа етди мәсьәләләрҙән ситтә ҡалманы. Үҙҙәрен Ҡоролтай депутаттарылай хис итеп, ултырышта ҡатнашты. Сәнғәт, мәғариф, архитектура өлкәләрендә үҙ проекттарын яҡлап сығыш яһаны. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләште.
Рәзилә Ғиниәтуллина






