«Әзербайжан халҡы дуҫлығы йорто» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бөгөн теплоходта сәйәхәт итте. Мәҙәни программа менән аралаш барған ял сәфәрендә БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булып ҡайтты.
Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәткә саҡырылған балалар ҡыуанысын йәшермәй. Йөҙҙәрендә йылмайыу, кәйефтәре күтәренке. Теплоходта улар өсөн тәүге минуттарҙан уҡ күңел асыу программаһы ойошторолдо. Аниматорҙар төрлө конкурс-уйындар уҙғарҙы, йырлатты, бейетте.
«Дуҫлыҡ күпере» тип исемләнгән байрам «Әзербайжан халыҡтар дуҫлығы йорто» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән үтте. Сараны уҙғарыуҙа Башҡортостан халыҡтар дуҫлығы йорто менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булышлыҡ иткән. Берҙәм көс менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына теплоходта онотолмаҫ ял ойошторолдо.
Теплоходта йәш ҡунаҡтар әзербайжан халҡының мәҙәниәте, йырҙары, йолалары менән таныштырҙы. Шулай уҡ йәш быуын өсөн байрам өҫтәле лә әҙерләнгәйне. Һәр кем тәмлексәр менән һыйланды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре йәйҙең тәүге көнөн байрам кәйефе менән ҡаршы алды.
«Дуҫлыҡ күпере» тип исемләнгән байрам төрлө милләт балаларын берләштереп, татыулыҡ иленә сәйәхәтте хәтерләтте.
Әзербайжандар дуҫлығы йәмғиәте ойошторған сара балаларҙа, уларҙың ата-әсәләрендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Теплоходтың тиҙлеге уртаса 18 саҡрым. Ике сәғәт эсендә ул Өфөнөң көньяғын урап сыҡты.
Гөлназ Хәйбуллина






