Мин бармын. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында асылған күргәҙмә шулай атала. Сараны асыу тантанаһында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, билдәле шәхестәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Был ябай күргәҙмә түгел. Проекттың төп геройҙары физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Әммә улар көслө рухлы, ижади ҡарашлы, тормош һынауҙарына ҡарамаҫтан юғалып ҡалмаған ҡыҙҙар-малайҙар. Берәүҙәре уҡыуҙа, икенселәре спортта алдынғы, өсөнсөләре - сәхнә йондоҙо.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, күргәҙмәгә әҙерлек күптән башланған. Тәүҙә проектта ҡатнашасаҡ балалар һайлап алынған, артабан фотосессия ойошторолған. Авторҙар фотоһүрәт аша геройҙың рух көсөн сағылдырырға тырышҡан. Экспозицияны асыу тантанаһына проектты ойоштороусылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа саҡырылған. Мәҫәлән, Бишбүләк районынан 11 йәшлек Илья Ғәббәсовтың бер ҡулы протез, әммә ул үҙен спортта ла, сәхнәлә лә танытып өлгөргән, киләсәктә фән менән шөғөлләнергә лә ниәтләй.



