Радий Хәбиров «Башҡортостан» ирекле полкының хәрби әҙерлек үтеү урынында булды

Даян Мурзин исемендәге батальон яугирҙарының бер ай дауамында Һамар өлкәһендә күнекмәләре үтә. Уларға шулай уҡ Таһир Күсимов, Сергей Зорин батальондары, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареялары ҡушылған. Төбәк етәксеһе яҡташтарыбыҙҙы борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды, полигонды ҡараны. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Дөрөҫ тын алыу, теүәл хәрәкәттәр һәм юғары иғтибарлыҡ. Яңылыш баҫҡан бер аҙым да уларҙың ғүмеренә хәүеф янауы ихтимал. Ысынбарлыҡҡа яҡын шарттарҙа яугирҙар төп ҡорал төрҙәрен үҙләштерә. Күнекмәләр етди үтә, бының өсөн иң юғары кимәлдәге белгестәр йәлеп ителгән. Тығыҙ графикта бер ниндәй ҙә йомшартыуҙар ҡаралмаған.

Башҡортостан башлығы яҡташтарыбыҙҙың хәрби әҙерлек үтеү шарттары менән танышты. Радий Хәбиров иң тәүҙә армия командованиеһы һәм ғәскәри часть етәкселеге менән осрашты. Көн тәртибенә ҡуйылған мөһим бурыс - мотоуҡсылар полкының шәхси составын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү.

Радий Хәбиров яугирҙар менән яҡындан аралашты, уларҙың проблемалары тураһында һорашты, үтенестәрен тыңланы. Беҙҙең маҡсат - Ватан һаҡсылары өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Республиканың ресурстары етерлек һәм иң мөһиме - әҙерлек этабында уҡ яугирҙарға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү. Беҙҙең хәрби хеҙмәткәрҙәр яҡшы йоҡларға һәм туҡланырға тейеш. Көнкүрешкә иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, үҙ бурыстарын үтәү һәм алғы һыҙыҡта мөһим булған күнекмәләрҙе алыу, тине Башҡортостан башлығы.

Республика Башлығы яугирҙар туҡланған ялан кухняһын, палаткалы йәйге лагерҙы һәм казармаларҙы ҡараны.

Башҡортостан яугирҙарын алда тағы ла ике ай ярымлыҡ күнекмәләр көтә. Республика хәрби әҙерлекте мөмкин тиклем һөҙөмтәле үтеү өсөн бар көсөн һаласаҡ. Бөгөн дә полигонда төбәктең бер нисә министры, район һәм ҡала башлыҡтары булды. Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙға хеҙмәт дауамында бергә булырға вәғәҙә бирҙе.

Илдар Байбулатов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ