«Патриот» хәрби-патриотик паркында федераль программа буйынса төҙөлгән ике модуль корпус асылды

Бөгөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында Рәсәй мәғариф министрлығының федераль программаһы буйынса төҙөлгән ике модуль корпус асылды. Уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡатнашты.

Буласаҡ офицерҙар маршы. Республика төбәктәренән бер төркөм егеттәр бер аҙнаға яҡын Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби паркы биләмәһендә уҡыуҙар үтә. Көн тәртибе әрмеләге һымаҡ. Йәшәү шарттары яҡшы, кубрикатрҙа дүртешәр кеше, йыуыныу өсөн душ бүлмәһе, бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.

Ике ай эсендә Шишмә районында «Патриот» хәрби паркы биләмәһендә ике модулле лагерь корпусы һалынған. Тиҙ төҙөлә торған был корпустар- федераль проект ярҙамында тормошҡа ашырылған. Уларҙы асыу тантанаһында федераль үҙәк менән видеобәйләнеш ойошторолдо.

Балалар лагерҙарында капиталь булмаған объекттар йәки тиҙ төҙөлә торған конструкциялар булдырыу ил ҡаҙнаһынан субсидиялана. Башҡортостан быйыл федераль проектта еңеүсе 15 субъект иҫәбенә инде.

Федераль бюджеттан - 123, 65 миллион һум, республика бюджетынан 23,5 миллион һум аҡса бүленгән.

Шулай уҡ «Патриот» паркы биләмәһендә ашхана төҙөлөшө лә дауам итә, ул 500-гә яҡын кешене һыйҙырасаҡ. Яңы бинаны күп функциялы итеү күҙаллана,уны лекция залы итеп тә үҙгәртеп ҡороп буласаҡ.

Беҙ федераль программала тағы ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ. Еңһәк, киләһе йыл 15 модулле корпус төҙөйбөҙ. Республика балаларҙы йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында 60 корпусҡа ихтыяж бар.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры

Йәйҙең тәүге көнөндә 525 көндөҙгө лагерь, 325 хеҙмәт һәм ял лагеры асылды. Уларҙа 60 меңдән ашыу бала ял һәм һауыҡтырыу менән мәшғүл. Каникулда бөтәһе 1700 самаһы балалар лагеры эшләйәсәк.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ