Бынан ары медиктар бәләкәй пациенттарға үҙ транспортында сығып йөрөй ала. Хәбәр ителеүенсә, хоспис ишектәре июлдә асыла. Паллиатив ярҙамдан тыш, учреждениела студенттар, барлыҡ район-ҡалаларҙан шәфҡәт туташтары һәм табиптар өсөн ғилми-уҡытыу үҙәге лә урынлашасаҡ. Хоспис табиптары федераль эксперттар һәм илдең башҡа хоспистарында белемен камиллаштырыуҙы һәм стажировка үтеүен дауам итәсәк.
Өфө хосписына тапшырылған Лада-Гранта автомобиле күсмә бригаданың тәүге транспорты. Паллиатив ярҙам стационарына кәрәкле машинаны Ишембай эшҡыуары бүләк иткән. Бынан ары хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәрҙең исемдәре ҡуйылған стендта тағы ла бер юл барлыҡҡа килә.
Күсмә бригада үҙенең эшен башлаған да инде. Әммә быға тиклем табиптарҙың сирле балаларҙың өйҙәренә барыу өсөн машинаһы булмаған. Хәҙер инде ҡала буйлап махсус символикалы автомобиль йөрөйәсәк.
Көҙгәрәк хоспистың тағы ла бер машинаһы барлыҡҡа киләсәк. Киләсәктә медицина учреждениеһында 6 күсмә бригада ойоштороу күҙаллана, уларҙың береһе тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Тәүге пациенттар июлдә үк ҡабул ителә башлай. Хоспис бинаһы өлкәндәр һәм балалар блогына, барлығы 60 пациентҡа иҫәпләнгән. Әлеге ваҡытта хоспис ҡарамағында паллиатив сирлеләр булған 400 ғаилә иҫәпләнә. Сирлеләр тураһында хәстәрлек күреү медицина ярҙамы менән генә сикләнмәй.
Хосписҡа әле лә ярҙам талап ителә. Хәйриә ярҙамын ufahospice.ru адресы буйынса хоспистың рәсми сайтына үтеп хәйриә маҡсаты бүлеге аша күрһәтергә мөмкин.
Күптән түгел хоспис биләмәһендә балалар майҙансығы үҫеп сыҡҡан. Уның ҡоролмалары коляскалы сирлеләргә лә ҡулайлаштырылған. Бында тейешле бейеклектәге аҡбур таҡталары һәм балалар осоп килгән ҡоштарҙы ашата алһын өсөн сыйырсыҡ оялары стенаһы ла бар. Хоспис биләмәһендә ағастар ҙа ултыртыла.
Гөлдәриә Йосопова






