Балтас районында аяуһыҙ ут ике ирҙең ғүмерен өҙгән

Бәхетһеҙ осраҡ йәйҙең тәүге көнөндә Балтас районында теркәлгән. Яңы Ямурҙа ауылының Тыныслыҡ урамындағы шәхси йорттарҙың береһендә сыҡҡан утты туҡтатыуға ирекле янғын һүндереү командаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары йәлеп ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут эсенән аталы-уллы ике кешенең кәүҙәһе табылған. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ