Республика Башлығы Радий Хәбиров бер нисә законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Уға ярашлы, Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре лә социаль ярҙам саралары менән файҙалана ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ағас һәм утын әҙерләп бирәләр, транспорт һалымын түләүҙән бушатыла һәм бушлай юридик ярҙам күрһәтелә.







