Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә ошо хаҡта яҙа. Түбәнге Новгородта “Аҡыллы кампус” тигән хакатон үткән. Унда 17 төбәктән 150 студент ҡатнашҡан. Беҙҙең республиканан Өфө фән һәм технолониялар университеты командаһы икенсе урын алған һәм 150 мең һумға эйә булған. Студенттар Sota тигән ҡушымта уйлап тапҡан. Берҙәм сервис ярҙамында эшҡыуарҙар студент ҡаласағында ниндәйҙәр сара ойоштороуға заявка бирә, ә ҡала халҡы буласаҡ ваҡиғалар менән таныша ала.




