Пермдә Волга буйы федераль округы төбәктәре парламенттары улытырышы уҙҙы. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты. Депутаттар Премьер-министр Михаил Мишустинға мөрәжәғәт әҙерләне. Унда балалар баҡсаларын ремонтлау программаһын булдырырға тәҡдим ителә. Әле Рәсәйҙә Президент Владимир Путин тәҡдиме менән мәктәптәрҙе төҙөкләндереү буйынса ҙур проект тормошҡа ашырыла. Былтыр республикала ошо программа буйынса 63 мәктәп капиталь ремонтланды.








