Республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә

Янғындарға бәйле хәлде “Урман һаҡлаусы” автоматик системаһы һәм пилотһыҙ осоҡостар күҙәтә. Янғын һүндереүҙә профессиональ ҡотҡарыусыларҙан тыш волонтерҙар  ярҙам итә. 18 йәше тулған һәр кем ирекле янғын һүндереү дружинаһы сафына баҫа ала.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Петр Ильин  ошо турала белдерҙе.

Республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә

Янғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында урманға инеү сикләнә, усаҡ яғыу, пиротехник саралар ҡулланыу тыйыла. Тәртипте боҙоусылар яуапҡа тарттырыла. Ябай халыҡҡа 20 мең, ойошмаларға 800 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған.

Фото №1 - Республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ