«Башҡорт-Белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы республика халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Быйыл уның менән 1 мең 300-ҙән ашыу кеше файҙаланыр тип көтөлә. Шундай уҡ схема буйынса ололар өсөн Абхазияға ла льготалы турҙар барлыҡҡа киләсәк.
Был хаҡта бөгөн төбәк башлығы хакимиәтендә туризмды үҫтереүгә арналған ултырышта хәбәр иттеләр. Радий Хәбиров «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге» программаһының рәсми стартына тиклем туристар өсөн Ҡара диңгеҙ буйына пилот сәфәре ойошторорға тәҡдим итте.
Ултырышта туризмды үҫтереү, Башҡортостандың туристар өсөн ҡыҙыҡлы урындары һәм объекттары инфраструктураһын яҡшыртыу тураһында һүҙ барҙы. Өфө хакимиәте башлығы республиканың баш ҡалаһын үҫтереү тураһында доклад менән сығыш яһаны.




