Бығаса ебәк күбәләге республиканың көньяҡ төбәктәрендә күҙәтелһә, бөгөн ул Стәрлетамаҡ, Ауырғазы биләмәһен баҫып алған. Еслевка ауылында йәшәүселәр имәнлек сауҡалығы ҡырылыуына борсола. Ҡарышлауыҡтарҙан баҡсалағы йәшелсәләр ҙә зыян күрә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Татьяна Малюшинаның баҡсаһындағы алмағастар икенсе яҙын кисерә. Парһыҙ ебәк күбәләге һөжүменән һуң ханым бөтөнләй уңышһыҙ тороп ҡала яҙған. Ваҡытында күрелгән саралар ярҙамында ағастар һаҡлап ҡалынған. Шулай ҙа ҡыуанырға иртә, ти ул.
Химик эшкәртеүгә тиклем ауыл халҡы төрлөсә тырышып ҡарай. Кемдер хатта, ҡарышлауыҡтарҙы көн һайын йыйып та маташҡан. Әммә, меңдәрсә бөжәктән еңел генә ҡотолоу мөмкин түгел.
Бындай төр бөжәк тураһында ауыл халҡы бөтөнләй хәбәрҙар булмай. Былтыр улар һиркә осраһа, быйыл баҫып алған. Ҡыштың йылы килеүе, яҙҙың ике аҙнаға алда башланыуы үрсеү өсөн ҡулай ғына була.
Ауыл биләмәһендәге проблема урындағы хакимиәткә, район етәкселегенә лә хәбәр ителгән.
Әйткәндәй, парһыҙ ебәк күбәләгенә бәйле мәғлүмәттәр шулай уҡ республика башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә теркәлгән. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был төр ҡоротҡостар республиканың 16 районында таралған.
2020 йылдан алып бөжәктәр республикала контролдә тотола. Шуға ла бөгөн зарарланған майҙандар кәмерәк, тигән фекерҙәр ведомство етәкселеге. Былтыр мәҫәлән, ҡоротҡостар 650 меңдән ашыу гектарҙа теркәлһә, быйыл 390 мең гектар зыян күргән. Ҡоротҡос бөжәктәр баҫып алған биләмә Урман хужалығы министрлығы күҙәтеүендә ҡала
Азат Ғәлиуллин






