Өфөлә «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетендә төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Һәр йома мәсет манараларынан мосолман йәмәғәтселеген намаҙға саҡырып, аҙан тауышы яңғыраясаҡ. Шулай уҡ көслө ел һөҙөмтәһендә емерелеп төшкән 4 манараның береһе тиҙҙән кире күтәреләсәк. Мосолмандар өсөн изге байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамына ул әҙер булыр тип күҙаллана.

«Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетенә нигеҙ 2007 йылда һалына, унан һуң проект смета документацияһына төҙәтмәләр индерелеп, төҙөлөш туҡтатыла. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, бөгөн төҙөлөш эштәре йәнләндерелде. Мәсеттең тирә-яғы тәртипкә килтерелә , иҫке ҡоймалар яңыһына алыштырыла.

Бөгөн проект смета документацияһына төҙәтмәләр индерелә, өҫтәмә дәүләт экспертизаһы үткәрелә. Контракттың тулы хаҡын билдәләгәндән һуң, артабан обьектты финанслау һәм төҙөлөш һорауҙары хәл ителәсәк. Мәсет меценаттар ярҙамында төҙөлә, мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөштө тамамлау маҡсатын ҡуйҙыҡ.

Ридаль Сәйетов, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ