Өфө ике көнгә күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса халыҡ-ара үҙәккә әйләнде

Баш ҡалаға Рәсәй. Әзербайжан, Һиндостан, Марокко, Ҡаҙағстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре,Төркиә һәм башҡа илдәрҙән бер меңдән ашыу ғалим-офтальмолог йыйылды. Башҡортостанда үткән «Көнсығыш-Көнбайыш» халыҡ-ара конференцияһы сиктәрендә абруйлы спикерҙар һәм докладсылар тармаҡ проблемалары һәм уңыштары тураһында сығыш яһаны. Форумда онлайн режимда ҡатнашыу мөмкинлеге лә тыуҙырылған.

Һәйбәт ҡорамалдар һәм дауалау алымдары, юғары һөҙөмтәләр. Бындай конференциялар хеҙмәттәштәрҙе яҡынайтыу менән бер рәттән, Рәсәй һәм Бөтә донъя офтальмология фәнен үҫтереү өсөн дә мөһим.

Михаил Фролов, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының офтальмология кафедраһы мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ