Һабантуй - Башҡортостанда иң яратҡан һәм мөһим байрамдарҙың береһе. Бөгөн ул республиканың 14 районында үтте. Беҙ хеҙмәт кешеләрен - яҙғы эштәрҙе лайыҡлы тамамлаған игенселәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Илебеҙҙе яҡлаған яугирҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтебеҙ. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙған.
Һабантуй төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныусан кешеләрҙе, төрлө йолаларҙы һәм мәҙәниәттәрҙе берләштерә. Һәр кем үҙенекен таба-спорт ярыштары, конкурстар, көс һәм талант күрһәтеү мөмкинлеге. Һәм, әлбиттә, был борон-борондан бер ерҙә татыу һәм бер-береһен хөрмәт итеп йәшәгән халыҡтар дуҫлығы байрамы. Барыһына ла яҡшы ял көндәре!, тип теләгән Башҡортостан Башлығы.




