Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында иҫтәлекле осрашыу үтте

Кисәлә уҡыу йортон 1973 йылда тамамлаған сығарылыш уҡыусылары, педагогтар, ветерандар һәм студенттар ҡатнашты. Күп профилле кадрҙар әҙерләү менән билдәле колледжда осрашыу «Уҡытыусы һәм педагог» йылы сиктәрендә ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы 1961 йылда педагогия училищеһы булып асылып башланғыс синыф уҡытыусылары әҙерләгән. Колледжды 50 йыл элек тамамлаған сығарылыш студенттарының дипломдарына төп һөнәри белемдән тыш, «Өлкән пионервожатый» тип өҫтәп яҙыла. Был төркөмдәрҙә белем алыусы егеттәр-ҡыҙҙар балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙән тыш ҙур тормош мәктәбен үтеп лидерҙар булырға өйрәнгән.

1973 йылда Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжын 88 студент тамамлаған. Бөгөн улар төрлө йүнәлештәрҙә, вазифаларҙа уңышҡа өлгәшкән, күптәре хаҡлы ялға сыҡҡан һөнәр эйәләре, шәхестәр. Әммә профессиональ үҫеш күҙлегенән бейеклектәргә ирешкән белгестәр әйтеүенсә, тап педагогия училищеһы уларға оло тормошҡа баҫырға ярҙам итеп, тормош тәжрибәһе биргән нигеҙ булып тора.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында икенсе йыл Медиаүҙәк эшләп килә. Бөгөн дә 30 студент өҫтәмә белем таныҡлығына эйә булды. Уҡыу йортонда телевидение, радио өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙе әҙерләү өсөн шарттар булыуы ла оло мәртәбә.

Сығарылыш студенттарының 50 йыллығы уңайынан ойошторолған осрашыу Рәсәйҙә иғлан ителгән «Уҡытыусы һәм остаз» йылы менән тура килде. Шуға ла йыйылған ҡунаҡтар был колледжда уҡытҡан педагогтарҙың яҡты иҫтәлегенә сәскәләр һалды.

Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ярты быуат элекке студенттарҙың йөрәгендә Салауат «педучилищеһы» тип иҫтә ҡалған уҡыу йорто ваҡытты 50 йылға - сығарылыш уҡыусыларын үткәндәргә, йәшлеккә алып ҡайтты.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ