Кисә баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында Башҡорт асыҡ «КВН» лигаһы суперфиналы үтте. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, Мәғариф һәм фән министрлығы, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ойошторолған бәйгелә 16 команда көс һынашты. Улар декабрҙән алып ойошторолған фестивалдәрҙә ҡатнашып, тиҫтәләгән конкурсанттар араһынан финалда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған.
Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының суперфиналын Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы исеменән сығыш яһаған «Уфтанма» командаһы яуланы. Беренсе урынға Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы мәктәбе командаһы лайыҡ булды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләһе миҙгелдә урта һөнәри белем биреү усаҡтары өсөн айырым кубок булдырыу күҙаллана.



