Ташкент ҡалаһында башҡорт һабантуйы уҙҙы

Байрам ҡунаҡтары таяҡ тартыу, көйәнтә менән йүгереү кеүек уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Үзбәкстан сәхнәһендә «Бишмармаҡ» оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле сығыш яһаны.

Байрам шул тиклем күңелле. Сағыу концерт номерҙарына һоҡландыҡ. Үҙебеҙ ҙә сәхнәгә сыҡтыҡ. Байрамды беҙ йыл буйы көтөп алабыҙ. Быйыл да халыҡ күп, төрлө ерҙән ҡунаҡтар килде. Һабантуй дуҫлыҡ һәм татыулыҡ, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу майҙанына әйләнде.

Ирина Ғимранова, «Мираҫ» ансамбле етәксеһе, Үзбәкстан

Һабантуйҙың рәсми өлөшөндә урындағы ватандаштарыбыҙҙы төбәк етәксеһе исеменән Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. «Үзбәкстан һәм Башҡортостанды тығыҙ мәҙәни, иҡтисади бәйләнештәрҙән тыш, уртаҡ тарих берләштерә. Беҙҙең халыҡтар татыу ғүмер итә. Ошо байрам - туғандаш милләттәрҙең үҙ тарихына, теленә тоғролоҡ билдәһе», - тине дәүләт эшмәкәре. Ошонда уҡ ул ике дәүләт араһында бәйләнеште нығытыуға, туған телдәрҙе һаҡлауға индергән өлөшөн юғары баһалап, урындағы 3 мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ