Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн именлек дәрестәре үткәрҙе. Өфө аквапаркында ойошторолған күнекмәгә башлыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырылды.
Ҡотҡарыусылар һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатып бирҙе, хәүеф сығанаҡтары тураһында һөйләне. Һыуҙа ҡотҡарыу һәм зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәтеү алымдарын күрһәтте. Уйынлы-ысынлы бирелгән мәғлүмәтте балалар яҡшыраҡ үҙләштерә тигән фекерҙә белгестәр.
Һыу инеү миҙгеле асылыу менән йылға-күлдәрҙәге күңелһеҙ статистика борсоуға һала. Батып һәләк булыусылар араһында балалар ҙа байтаҡ.






