Республика район-ҡалаларында һабантуйҙар дауам итә

Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәүселәр байрамды йылдағыса йыр-моң, күңелле уйындар, спорт ярыштары менән ҡаршы алды. Һабантуйҙа ауыл хужалығы алдынғылары бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Көтөп алынған байрам. Күгәрсен районында йәшәүселәр, ҡунаҡтар, тыуған яғын һағынып ҡайтыусылар Мораҡ ауылындағы һабантуйға йыйылды. Сәсеү миҙгеле тамамланыуҙы данлаған сара йылдағыса иң яҡшы йолаларҙы туплап, шау-гөр килеп үтте.

Яҡшы күрһәткестәргә ирешкән хужалыҡтарға, хеҙмәт алдынғыларына маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сәсеү һөҙөмтәләре буйынса - 1 урын Тәүәкән ауыл хужалығына, 2-се урын Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһенә, 3-сө урын Октябрь ауыл хужалығы кооперативына бирелде.

Көрәш, волейбол, футбол, гер күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, йүгереү кеүек ярыштар һабантуйҙы биҙәп, ҡатнашыусыларға рухи көс, дәрт өҫтәне. Ат сабышы майҙаны тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.

Ҡырмыҫҡалы районында үткән Һабантуй яланында ауыл биләмәләре, район ойошмалары тирмәләр ҡороп бай йөкмәткеле программа тәҡдим итте.

Майҙанда борон - борондан килгән халыҡ кәсептәре, күргәҙмәләр урын алды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған күргәҙмәләр ойошторолдо. Урындағы халыҡ хәрбиҙәргә йөрәк йылыһы менән яҙылған хаттар һәм бүләктәр оҙатты.

Йолаларға, тарихҡа тоғролоҡ рухында, ауыл эшсәндәрен данлау өсөн ойошторолған һабантуй урындағы халыҡты, яҡташтарҙы берләштерҙе. Республиканың байтаҡ райондарында һабантуйҙар шәмбе, 10 июндә үтер тип көтөлә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ