Бөжәктәр Әлшәй, Миәкә, Федоровка, Бишбүләк, Бәләбәй һәм Баймаҡ райондарында теркәлгән. “Урмандар эшкәртелә, биологик ысул ҡулланыла”, - тип белдерҙе хөкүмәттә Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға, бөжәктәрҙең ҙур биләмәләргә таралыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Ул шулай уҡ халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу мөһимлеген билдәләне.







