Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә хат ебәргән. “Предприятиеларҙан алынған һөттөң хаҡы 15-20 процентҡа арзанайған. Сауҙа селтәрҙәре ҡуйған өҫтәмә хаҡ 70 проценттан артып китә. Сеймал арзаная, әммә һатып алыусы өсөн хаҡ күтәрелә”, тиелә депутаттар мөрәжәғәтендә. Монополияға ҡаршы хеҙмәттән белдереүҙәренсә, магазиндарҙа тикшереү башланған.




