Арт-объект авторы Олег Чегодаев социаль селтәрҙә ошо турала хәбәр итте. “Ун көндән яңы һәйкәл асыла. Тантаналы сара була. Ҡунаҡтар килер, телмәр тоторбоҙ. Барығыҙҙы ла саҡырам”, - тигән ул. Талпанға һәйкәл 2020 йылда асылғайны. Көмөштән ҡойолған арт-объект Мостай Кәрим урамындағы ихатаға ҡуйылды. Һуңғы ҡыңғырау байрамында уны мәктәп уҡыусылары алып китә. Балаларҙың ҡылығы видеотеркәү ҡоролмаларына эләгә.







