Илдә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы көтөлмәй

Дәүләт Думаһынан ошо турала белдерҙеләр. “Хаҡтар тотороҡло ҡала, уларҙы күтәреүгә нигеҙ юҡ. Йәшелсә-емештәрҙең яңы уңышы өлгөрҙө, илдә предприятиларҙың етештереү ҡеүәте арта”. Парламенттың Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты рәйесе Сергей Лисовский әйтеүенсә, һөт етештереү тармағында проблемалар күҙәтелә. Ул сауҙа селтәрҙәрендәге монополия менән бәйле. Сеймал арзанайыуға ҡарамаҫтан, һөт һәм һөт продукттарының хаҡы төшмәй.

Фото №1 - Илдә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы көтөлмәй
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ