“Беҙҙә 300-ҙән ашыу бала йәйге каникулын уҙғара. Был Донбастан килгән икенсе төркөм”, тип хәбәр иткән телеграм-каналда Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Луганскийҙың Красный Луч ҡалаһы ҡыҙҙары һәм малайҙары Мәләүез районындағы ”Зеленые дубки“ һәм “Дружба“ лагерҙарында була. “Башҡортостанға сәйәхәт ҡунаҡтарыбыҙҙың күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырыр. Улар ялдарын файҙалы үткәрер һәм яңы уҡыу йылы алдынан көс тупларына ышанам”, - тигән ведомство етәксеһе. Быйыл Башҡортостанға Луганск һәм Донецк республикаларынан 2 мең баланың ял итеүе көтөлә.







