Өфөлә Көньяҡ-Урал ботаника баҡсаһында ито-гибрид сортлы пиондар сәскә атты

Ҡыуаҡлы һәм үлән төркөмдәре үҫентеләрен ҡушып үрсетелгән сорт һирәк сәскәләр иҫәпләнә. Уҙған быуатта Японияла барлыҡҡа килгән ито-гибрид пиондары башҡа сәскәләрҙән төҫө, япраҡтарҙың формаһы, ҙурлығы менән айырыла. Үҙенсәлекле пиондар Ботаника баҡсаһында бер-ике аҙна сәскә атр тип көтөлә.

Пиондарҙың ито-гибрид сорты эре япраҡтары менән айырыла. Сәскәләрҙең төҫтәренә килгәндә һары, аҡ, алһыу пиондарҙы осратырға мөмкин. Селекционерҙар уларҙың гибридын төбәк һауа шарттарын, үҫентеләрҙең сыҙамлығын иҫәпкә алып үҫтерҙе.

Антонина Реут, ботаника баҡсаһы белгесе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ