Айырыуса иғтибар йәмәғәт киңлектәренә, парктарға һәм скверҙарға йүнәлтелә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
«Быйыл Аксаков паркы, Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы эргәһендәге сквер, яңыртылған Ҡурсаҡ театры алдындағы аллея, «Тулҡын» паркындағы бәләкәй күл тирәләй биләмә, Сергей Михалев скверы файҙаланыуға тапшырыла.
Бынан тыш, «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркын реконструкциялауҙың беренсе сираты тамамланыу алдында, шунда уҡ икенсеһенә тотонабыҙ. Эш 2024 йылда теүәлләнә. Киләһе йыл Мушников урамына һәм Инорстағы Йылы күлгә терәлеп ятҡан биләмәне, «Ҡурай уйнаусы малай» фонтаны алдындағы майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. Октябрь революцияһы урамы ла тәртипкә килтерелә. Шулай уҡ тротуарҙар һәм уңайлы навигация билдәләре тураһында ла онотмайбыҙ», тип яҙған Башҡортостан Башлығы.




