Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Каспий диңгеҙе ярындағы ҙур ҡалаға өҫтәмә рейс асыла. Хәҙер Әзербайжандың баш ҡалаһына тура рейстар аҙнаһына өс тапҡыр - шишәмбе, кесаҙна, йәкшәмбе көндәрендә башҡарыла. Самолеттар урындағы ваҡыт менән киске сәғәт 9 тула 20 минутта һауаға күтәрелә. Шулай уҡ Өфөнән Баҡыға осоштар программаһын ИрАэро һәм Utair авиакомпаниялары ла дауам итә.






