Башҡортостан Хөкүмәте 100 тапҡырҙан ашыу ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған донорҙарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тәртибен раҫланы. Документҡа ярашлы, түләүҙе тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙы донор йәшәгән урын буйынса республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы ғариза нигеҙендә ҡабул итә. Түләү күләме 5 мең һум, ул йылына бер тапҡыр бирелә.






