Республикала журналистарға Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырыла

Радий Хәбиров йыл һайын журналистарға премия тапшырысаҡ. Бөгөн Өфөлә “Медиайыйын” барышында Башҡортостан Башлығы яңы дәртләндереү саралары менән таныштырҙы. Киләһе йылдан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия 100 мең һумдан 500 мең һумғаса еткерелә. Бынан тыш, йыл һайын журналистарға Республика Башлығы премияһы тапшырыла һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре өсөн гранттар бирелә.

Республикала журналистарға Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырыла

         “Медиайыйын” барышында Радий Хәбиров киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Республикала журналистарға Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырыла

         БСТ телеканалы “Яңылыҡтар” хеҙмәте хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшинға Башҡортостан Республикаһы Почет грамотаһы тапшырылды. Коллегабыҙ бер нисә тапҡыр Донбаста – махсус операция биләмәһендә командировкала булып ҡайтты.

Республикала журналистарға Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырыла
Фото №1 - Республикала журналистарға Башҡортостан Башлығы премияһы тапшырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ