Радий Хәбиров «Фармстандарт» холдингы директорҙар советы рәйесе Виктор Харитонин менән «Мед ИнвестГрупп» компаниялар төркөмө президенты Сергей Нотовты ҡабул итте.
Осрашыуҙа республика менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың октябрендә инвесторҙар Башҡортостан Хөкүмәте менән Стәрлетамаҡтың редиология хеҙмәтен яңыртыу тураһында килешеү төҙөнө. Позитрон-эмиссион томография үҙәге унда 2022 йылдың сентябрендә эш башланы. Ә шул уҡ йылдың декабрендә илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров менән Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә «Фармстандарт-УфаВИТА» предприятиеһының яңы цехы эшенә старт бирҙе.
Инновациялы етештереү комплексы «Ҡан ҡуйыртыу факторы VIII» препаратын сығара башланы. Осрашыу барышында Башҡортостан башлығы «Фармстандарт» холдингы етәксеһенә республика менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеге һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының матди нигеҙен нығытыуға индергән өлөшө өсөн рәхмәт әйтте.




