Бөгөн Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо

Урыны менән ҡойма ямғыр яуыуы, күк күкрәүе күҙәтелә. Тап йәшен атыуы һөҙөмтәһендә Белорет районы Тирлән ауылында ике ҡатлы шәхси йортта янҡын сыҡҡан. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Бәхеткә күрә, өй хужалары зыян күрмәгән. Белорет һәм Бөрйән райондарында шулай уҡ тауыҡ йомартҡаһы ҙурлыҡта боҙборсаҡ та яуған. Шаһиттар тәбиғәт күренешен видеоға төшөрөп үҙ сәхифәләренә һалған.

Республикала һуңғы тапҡыр бындай яуым-төшөм ғәҙәттән тыш хәлгә килтерҙе. 4 июндә Туймазы районы Ҡандракүл ауылында урамдарҙың бер өлөшө һыу аҫтында ҡалды, ә ҡолаған ағастар автомобилдәр өсөн юлдарҙы быуҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ