«Тәүәкән» ауыл хужалығында ҡымыҙ етештерелә башланы

Ойошма йылҡы һөтөн бешеүгә ике аҙна элек тотонған. Республикаға билдәле йәмғиәттә БЮТ ижади төркөмө булды. Милли эсемлекте БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева тәмләп ҡараны.

16-сы һанлы бейә Айһылыу Әмированың яратҡан малҡайы. Ул әлегә ҡолонламаған. Хужалыҡтағы 120 бейәнең 25-е һауында. Малҡайҙар һәр береһе үҙ һанын ишетеү менән кәртәгә инә.

Бейә һөтө махсус йүкә һауыттарҙа автоматлаштырылған ысул менән бешелә. Ҡымыҙ Күгәрсен, Мәләүез райондарына, Күмертауға ебәрелә.

Сит тоҡом менән ҡушмау өсөн ойошма хеҙмәткәрҙәре тоҡомсолоҡ йүнәлешендә төплө эш алып бара.

Дауыт - Ҡайып ауылында 2011 йылда эш башлаған «Тәүәкән» йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ фермаһы уңышлы һәм килемле эшләп килә.

Йәмғиәттең 9 мең гектар ерендә ҡарабойҙай, ярауай бойҙай, арпа, һоло, көнбағыш һәм мал аҙығы сәселгән. Киләсәктә ойошмала һөт етештереүҙе арттырыуға иҫәп тотола- ошо маҡсатта һауын һыйырҙары башы 800-гә еткереләсәк.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ