Хәйбулла районы ирекмәндәре яугирҙарға ҡоро душты алыштырыусы дымлы салфеткалар оҙатасаҡ

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Хәйбулла районы ирекмәндәре ҡоро душты алыштырыусы дымлы салфеткалар оҙатасаҡ.

Степной ауылының 7-се класс уҡыусылары Вәсилә Йәтимова етәкселегендә әҙерләнгән гигиена сараһы күбекле губка менән таҫтамалдан тора, Ул йыуыныу мөмкинлеге булмаған ялан шарттарында бик ҡулай буласаҡ Бәләкәй таҫтамалдарға нисек тотоноу тураһында аңлатма, балаларҙың теләктәре яҙылған, татлы сюрприз да өҫтәлгән. Етештереү процесы ябай, уны һәр кем үҙләштерә ала. Ирекмәндәр шулай уҡ мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә лә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Беҙ мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ҡатындарын, әсәләрен әүҙем булырға, йәмәғәт эштәренә ҡушылырға саҡырабыҙ. Хәрби техниканы ҡаплау өсөн селтәр үрергә, йәрминкәләргә сығырға ирекмәндәр кәрәк, хәрбиҙәрҙең яҡындары үҙ-үҙенә бикләнмәһен тип теләйбеҙ.

Зилә Кәримова, «Таяныс» берләшмәһен ойоштороусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ