Синоптиктар Башҡортостан халҡын боҙборсаҡ һәм дауыл сығыуы тураһында иҫкәртә

Һауа торошо бөгөн кис насарайыр тип көтөлә. Урыны менән ҡайһы бер райондарҙа боҙборсаҡ яуасаҡ. Шуға ла белгестәр халыҡты һаҡ булырға, балаларҙы урамға сығармаҫҡа кәңәш итә.

Әлегә сәғәткә Белорет һәм Бөрйән райондарының ҡайһы бер ауылдарында тауыҡ йомартҡаһы ҙурлыҡта боҙборсаҡ яуыуы билдәле. Был хаҡта кешеләр социаль селтәрҙә видеояҙмалар менән уртаҡлаша.

Республикала һуңғы тапҡыр бындай яуым-төшөм ғәҙәттән тыш хәлгә килтерҙе. 4 июндә Туймазы районы Ҡандракүл ауылында урамдарҙың бер өлөшө һыу аҫтында ҡалды, ә ҡолаған ағастар автомобилдәр өсөн юлдарҙы быуҙы.

Боҙлауыҡтан тыш, республика биләмәһе бөгөн ҡойма ямғырҙар һәм көслө ел йоғонтоһонда ҡаласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ