Башҡортостан агросәнәғәт вәкилдәре Беларустә "БелАгро" халыҡ-ара форумында ҡатнаша

"Амкодор", "Минск трактор заводы", "Гомсельмаш" һәм башҡа предприятиелар вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр була. Үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ ветеринария, эшкәртеү һәм  аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә алдынғы тәжрибә өйрәнелә, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры  Илшат Фәзрахманов. Беларусь предприятиелары Башҡортостан агросәнәғәт комплексының стратегик партнерҙары булып тора. Республикала "Беларусь" сылбырлы тракторҙары сығарыла, "Гомсельмаш" менән килешеүгә ярашлы,  иген  һәм бесан сабыу  техникаһы  етештерелә.

Фото №1 - Башҡортостан агросәнәғәт вәкилдәре Беларустә "БелАгро" халыҡ-ара форумында ҡатнаша
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ