Республика Хөкүмәтендә йәйге һыу инеү миҙгеленә бәйле кәңәшмә уҙҙы. 2022 йылда Башҡортостан пляждар һаны буйынса Волга буйы округында беренсе урын алды. Быйыл 60 ҡала һәм районда йылға һәм күл буйҙарында ҡомлоҡтар йыһазландырыла. Бында ял итеү өсөн уңайлы шарттар ойошторола, ҡотҡарыусылар даими һаҡта була.







