Республикала «Урман» операцияһы бара

«Урман» операцияһы сиктәрендә ойошторолған рейдта район-ара территориаль контроль бүлеге, полиция хеҙмәткәрҙәре урман инспекторҙары ҡатнашты. Рөхсәтһеҙ урман ҡырҡыу һәм ташыу осраҡтарын иҫкәртеүсе рейд хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Урман рыцарҙары иғтибарын ағас тейәгән ауыр тоннажлы йөк машинаһы йәлеп итте.Благовещен -Павловка юл айырсаһында йөк автомашинаһы туҡтатылды. Рейдта ҡатнашыусылар ағас тейәгән автомобиль водителенән йөк ташыу өсөн документтарын тикшерҙе. Пермь крайынан ағас эшкәртеү заводына юлланыусы водитель документтары самртфонындағы кюар- код аша тикшерелде.

Ағас ташыу өсөн кюар-кодтар индерелеүе эште күпкә еңеләйтә, ти инспекторҙар. Был юлдарҙа рөхсәтһеҙ йөк ташыусыларҙы бермә-бер кәметкән. Рөхсәт булмаған осраҡта водителдәр һәм йөк хужалары өсөн яуаплылыҡ та көслө.

«Урман» операцияһы сиктәрендә ойоштролған рейда ҡатнашыусылар артабан Благовещен районының Орловский урман хужалығы биләмәләренә юлланды. Был биләмәлә былтыр рөхсәтһеҙ 4 урман ҡырҡыу осрағы теркәлеп, ғәйелеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Быйыл иһә урман киҫеүҙә тәртип ҡәтғи ҡуйылған. Урманда бер кем дә рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡмаясаҡ.

9 гектар майҙанда шәхси эшҡыуар Роза Бикбулатова исеменә теркәлгән предприятие ағас киҫеүгә тотонған. Урман эше менән шөғөлләнеүселәр былтыр декабрҙа аукционда ҡатнашып, ошо майҙанда эштә башҡарыуға рөхсәт алыуға ирешкән.Майҙан координаталары махсус бағаналарҙа күрһәтелгән. Рәсми докуметтар нигеҙендә урман эшкәртеүсе эшҡыуар Динар Бикбулатов ағас киҫеүҙән тирә-яҡ мөхиткә зыян булмаясаҡ, туғыҙ гектар майҙан тулыһынса йыйыштырыласаҡ тип ышандырҙы.

Рөхсәтһеҙ урман ҡырҡҡыусыларға яза етди. Бер кешегә 500 мең һумға яҡын штраф, ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

Илдар Ғәләүетдинов, Башҡортостан урман хужалығы министрлығының Өфө район-ара территориаль бүлеге етәксеһе

Зыян биш меңгә яҡын икән, 4 йылға иркенән мәхрүм итеү һәм миллион һумдан алып миллион ярымға тиклем штраф ҡаралған. Зыян күләме биш меңдән артыҡ булған осраҡта миллион ярымдан өс миллион һумға тиклем штраф ҡаралған.

Динар Бикбулатов был майҙанда ағас етештереүгә өс аҙна элек тотонған. Уҫаҡ ағастары һикһән процент тәшкил иткән майҙанда урман яңынан тергеҙелеп 3-5 йыл эсендә тәбиғи рәүештә яңынан йәшеллек менән ҡапланасаҡ тип билдәләй белгестәр.

Өфө урман хужалығы ҡарамағында биш район ҡарай, 167 мең гектар район ере иҫәпләнә. Даими үткәрелгән рейдттар, инспекторҙарҙың патрульләү графигы урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын кәметергә булышлыҡ итә.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ