Рәсәйҙә рус теле көнө билдәләнде

Рус әҙәбиәте классигы Александр Пушкиндың тыуған көнөндә билдәләнгән дата уңайынан Иглин районында тарихи-мәҙәни саралар ойошторолдо. Райондың үҙәк китапханаһында үткән осрашыуҙа балалар һәм рус әҙәбиәтен яратыусылар йыйылды. Улар интеллектуаль викторина, конкурстарҙа ҡатнашты, тасүири уҡыу оҫталығында көс һынашты. Рус теле көнө 2011 йылдан алып ил президенты указына ярашлы уҙғарыла.

Традицияларға тоғролоҡ һаҡлап рус теле көнөн йыл һайын үткәрәбеҙ. Балалар өсөн байрам әҙерләп, Александр Пушкиндың тормош юлы һәм ижадын иҫкә алабыҙ, уның әҫәрҙәренән өҙәктәрҙе сәхнәләштерәбеҙ.

Ольга Ершова, Иглин үҙәк китапханаһы мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ