Бөгөн Радий Хәбиров Белорет районынан махсус операцияла һәләк булған подполковник Альберт Кәримов һәм ефрейтор Артем Мамыкиндың яҡындары менән осрашты. Аралашыу барышында төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, рәхмәт әйтте.
Һеҙ ысын геройҙар, ысын ир - егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ. Беҙҙең бурыс - уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү. Һәм беҙ мотлаҡ һеҙҙе ҡайғыртасаҡбыҙ, тине Башҡортостан Башлығы. Ул шулай уҡ геройҙарҙың туғандарына Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ике яугир ҙа был наградаға батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн үҙҙәре һәләк булғандан һуң лайыҡ булды.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәр ваҡыт район хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең туғандарына Республика кардиология диспансерында дауаланыу курсын үтергә тәҡдим итте.




