Рәсәйҙең иң яҡшы доноры Күмертауҙа йәшәй

Николай Мацук «Рәсәйҙең иң яҡшы доноры -2023» Бөтә Рәсәй конкурсының почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ул «Максималь ҡан тапшырыусылар» номинацияһында еңеүсе тип танылған..

Николай Мацук 143 тапҡыр донацияла ҡатнашҡан. Изге эшкә ул 1979 йылда әрме сафында хеҙмәт иткәндә ҡушылған. Был турала Телеграм каналында Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яҙып сыҡҡан. Рәсәйҙең почетлы доноры исемен республикала йәшәүсе 11 меңдән ашыу кеше йөрөтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ